Рәсәйҙә ял иткән өсөн сығымдарҙы кире ҡайтарырға йыйыналар

Тулыраҡ: Рәсәйҙә ял иткән өсөн сығымдарҙы кире ҡайтарырға йыйыналар

Думала ошондай закон проекты ҡарала. Уға ярашлы, ил курорттарында ял өсөн сығымдар 50 мең һумдан артмаһа, аҡса кире ҡайтарыла. Мәҫәлән, 4 кешелек ғаилә — Алтайҙа йәки Ҡырымда сәйәхәт өсөн 200 мең һум тотонһа, 13 процент һалымды иҫәпкә алып, ғаиләгә кире 174 мең һум ҡайтарыласаҡ. Ошондай алым, эске туризмды үҫтерергә булышлыҡ итәсәк. Эксперттар билдәләүенсә, туризм сығымдарын кире ҡайтарыу, башта бюджет өсөн сығымлы булһа, ял итеүселәр күбәйгән һайын, табыш та артасаҡ. Сөнки курорттарҙа инфраструктура яҡшыра, урындарҙа, сауҙа үҫешә, туристар төрлө спорт-күңел асыу саралары, экскурсиялар өсөн күберәк аҡса түләй. Туризм буйынса федераль агентлыҡтан белдереүҙәренсә, былтыр илдә 42 миллион самаһы кеше сәйәхәт иткән. Туристарҙың 18 миллионы сит илдәргә сыҡҡан. Шулай итеп, күптәр ил курорттарында ял итеүҙе хуп күрә.