Октябрь айының һуңғы аҙнаһы Башҡортостандың юғары даирәләрендә күптән өлгөрөп еткән төп һорауҙы асыҡланы. Радий Хәбиров Хөкүмәттең яңы составын иғлан итте. “Күстәнәс” һеҙ булманы әлбиттә, премьер-министр вәкәләттәрен Республика Башлығы үҙенлдә ҡалдырҙы. Ә беренсе урынбаҫарҙар хәҙер икәү. Ведомстволар составында ла үҙгәрештәр бар. Политологтарҙың быға ҡарата фекере төрлө.
Республика Башлығы инаугурацияһы үтеү менән хөкүмәттә буласаҡ үҙгәрештәр хаҡында имеш-мимештәр тарала башлағайны, ғәҙәти күренеш. Иң сетерекле һорау шулай ҙа премьер-министр вазифаһы тирәләй ҡуйырҙы. Абруйын юғарыға сөйөп йөрөгән блогер, политолог һәм башҡа белгестәрҙең фаразы дөрөҫлөккә тап килмәй сыҡты. Хөкүмәт Радий Хәбиров ҡулы аҫтында ҡала. Ә бына премьерҙың беренсе урынбаҫарҙары икәү – Андрей Назаров һәм Илшат Тажетдинов.
Төп урынға ҡоҙаланған Андрей Назаров милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм маҡсатлы программалар үтәлеше өсөн яуаплы.
Хөкүмәттең элекке составында ла яңыһында ла үҙ урынын һаҡлап ҡала алған Илшат Тажетдинов аппарат эшмәкәрлеген һәм уның эш һөҙөмтәһен көйләйәсәк.
Бынан тыш хөкүмәттә хәҙер 7 вице-премьер. Рәйеф Әбдрәхимов – төҙөлөш һәм транспорт өсөн яуаплы, Илшат Фәзрахманов бер юлы Ауыл хужалығы министры, ошо тармаҡ өсөн яуыаплы, Ленара Ивановала социаль сәйәсәт, министрлыҡ та уынң ҡулы аҫтында, Борис Беляев торлаҡ-коммуналь тармаҡ, экология һәм тарифтар өсөн яуап бирә. Улар үҙ урындарын һаҡлап ҡалды.
Яңы кешеләрҙән Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов һәм Рөстәм Моратов. Һуңғыһы әйткәндәй, Иҡтисади үҫеш министрлығын да етәкләй. Тәү сиратта төбәктең инвестицион инфраструктураһын барлап, райондар менән бәйләнеште системаға һалырға ниәтләй.
Хөкүмәт составы ла бер аҙ үҙгәрҙе. Унда хәҙер 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты 4 идаралыҡ, 1 агентлыҡ һәм 1 дәүләт инспекцияһы. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм дәүләт комитеты икегә бүленде. Был үҙгәреш эшҡыуарлыҡ өсөн дә туризм өсөн дә отошло тигән фекерҙә политологтар.
Ҡалған үҙгәрештәр ведомстволарҙың атамаһында ғына сағыла, мәҫәлән Мәғариф министрлығына фән өҫтәлә, Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкәләттәре менән бергә атамаһына инвестицияны ҡушып алды. Сәнәғәт һәм инновация министрлығы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы тип үҙгәртелде.
Радий Хәбиров министрҙар кабинетының яңы составын “үҫеш хөкүмәте” тип атаны. Ҡайһы бер белгестәр хөкүмәт составындағы үҙгәрештәрҙе заман талабы тип билдәләй. Республиканың тормошондағы яңы сәйәси дәүер яңыса ҡараш талап итә.
Һан яғынан ғына түгел составы яғынан да байтаҡ үҙгәреш кисергән хөкүмәт алдында бурыстар һәм маҡсаттар әүәлгесә. Тәү сиратта халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу һәм ошоға йүнәлтелгән Рәсәй Президентының Май указдарын, Республика Башлығының Сентябрь күрһәтмәләрен теүәл үтәү. Радий Хәбиров яңы кешеләргә тиҙ арала вәкәләттәре менән танышып эш башларға саҡырҙы.