Республиканың пассажир хеҙмәтләндереүсе төп предприятиеһы беренсе ноябрҙән маршруттарға йәнә 47 яңы автобус сығарҙы. Асҡыстарҙы тантаналы шарттарҙа Радий Хәбиров тапшырҙы.
Ҙур класлы 35 ЛиАЗ автобустары Өфө һәм Нефтекама ҡала маршруттарын хеҙмәтләндерәсәк. Улар 104 пассаждир һыйҙырышлы, мөмкинлеге сикле кешеләр өсөн махсус ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Пассажирҙар өсөн маршрут белешмәһе, урам һәм салондағы һауа температураһын күрһәтеүсе электрон табло бар. Хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы тахограф ҡуйылған, автобус юлын күҙәтеүсе ГЛОНАС системаһы эшләй.
Ҙур класлы 12 яңы НефАЗ автобустары Өфө ҡала маршруттарына сыҡты. Улар 105 пассажирға иҫәпләнгән. Хәүефһеҙлек һәм уңайлыҡтар яғынан заман талаптарына тулыһынса яуап бирәлә. Газ яғыулығында эшләгән Камаз маркалы двигателдең файҙаланыу осоро оҙайлы, ҡала һауаһы өсөн хәүефһеҙ.