Беренсе ноябрҙән илдә яңы үҙгәрештәр ғәмәлгә инде

Тулыраҡ: Беренсе ноябрҙән илдә яңы үҙгәрештәр ғәмәлгә инде

Мутлашыусыларға юл ябыла. 1 ноябрҙән микрофинанс ойошмалары фатирҙы залог иҫәбенә тартып ала алмаясаҡ. Ошо уҡ көндән илдә хаж ҡылыусы заонда нығытыла. Үҙгәрештәр водителдәр өсөн дә байтаҡ.

Тәжрибәле водитель Юрий Аняновтың һәр иртәһе хәҙер автобусҡа ҡуйылған яңы ҡоролма – тахографты көйләүҙән башлана. Ул тәү сиратта водителдәрҙең эш режимын күҙәтеү өсөн уңай. Тахографтар транспорттың тиҙлеге һәм хәрәкәт итеү маршруты, водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял режимы хаҡында мәғлүмәтте өҙлөкһөҙ теркәп бара. Был мәғлүмәттәрҙе үҙгәртеп булмай. Закон проекты юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, пассажирҙарҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгән.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары билдәләүенсә, тахографтар хәҙер барлыҡ йөк машиналары һәм автобустарҙа ла мотлаҡ булырға тейеш. Ҡоролмаһы булмаған водителдәргә 5 мең һумға тиклем штраф янай, юридик шәхестәргә сумма 10 тапҡырға күберәк. Автомобиль хужалары өсөн тағы ла бер яңылыҡ – ПТС хәҙер электрон формаға күсә.

1-се ноябрҙән хаж ҡылыусылар турист булып һаналмай. Тимәк, туристик агентлыҡтар бындай турҙар ойоштора алмаясаҡ. Закон изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусыларҙың ихтыяждарын яҡлаясаҡ, ти Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин.

Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт биреү процедураһы ябайлаша. Был закон беҙҙең илдә тыуыусыларға, шулай уҡ Рәсәй гражданы менән законлы никахта тороусыларға ҡағыла. Хәҙер рөхсәт ҡағыҙы элеккесә биш йыл менән генә сикләнмәй.

Етди һәм күптән көтөп алынған үҙгәрештәр микрофинанс ойошмаларын да ситләп үтмәне. Беренсе ноябрҙан башлап уларға кредит биргәндә, клиенттың күсемһеҙ милкен залогҡа алырға рөхсәт ителмәй. Бындай үҙгәрештәр бурысҡа аҡса алыусыларҙы мутлашыусыларҙан яҡлаясаҡ. Тап ошондай микрокредит арҡаһында бәғзеләр берҙән-бер торлаҡтан баш ҡаға.

Тағы ла бер үҙгәреш, хәҙер ваҡытында сабып алынмаған балтырған үләне өсөн дә штраф һалынасаҡ. Физик шәхестәргә – 5 мең һум булһа, юридик шәхестәргә уның суммаһы – бер миллион һумға тиклем ҡаралған. Башҡортостанға ғына хас үҙгәрештәрҙең береһе – 1 ноябрҙән һәр муниципалитетта бизнес шерифтар булырға тейеш. Ҡала-район етәкселәре урынбаҫарҙары эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм бизнес даирәләренең мәнфәғәттәрен яҡлау менән шөғөлләнәсәк.