Акция халыҡтың этнографик грамоталыҡ кимәлен, Рәсәйҙә йәшәгән милләттәр тураһында белемде баһаларға мөмкинлек бирә. Быйыл ул 4-се тапҡыр үтте.
Башҡортостанда этнографик диктант яҙыу өсөн 55 майҙансыҡ ойошторолдо. Алыҫ Көнсығыш мөфтөйө Рәдифулла хәҙрәт Бәҙретдин Башҡорт дәүләт университетында магистратурала белем ала. Ул бындай сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша.
Этнографик диктант яҙыусыларға 30 һорау тәҡдим ителде. 20-һе дөйөм, 10-һы Башҡортостанға бәйле. 45 минут ваҡыт бирелһә лә, күптәре эште ваҡытынан алда үтәне.
Акция дүртенсе йыл рәттән үткәрелә. Былтыр диктантты Рәсәйҙә 400 меңгә яҡын кеше яҙған, Башҡортостандан иһә 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы булған. Этнографик диктант йылдан-йыл киң билдәлелек яулай һәм быйыл акцияла ҡушылыусылар күберәк ине.
Махсус майҙансыҡтарғакилеп диктант яҙыуҙа ҡатнаша алмағандар интернет аша онлайн режимда тест һорауҙарына яуап бирҙе. Дөрөҫ яуаптар 10-сы ноябрҙә сайтта баҫыла, ә бына һөҙөмтәләр 12-се декабрҙә билдәле буласаҡ.