Башҡортостанда шәхси йорттарға газ үткәрер өсөн сертификат тапшырыласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Сертификаттар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, хәрби хәрәкәттәрҙә яраланғандарға, инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә һәм күп балалыларға бирелә.
Документ ике төр күләмгә иҫәпләнгән – 60 һәм 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыу ҡарала. Республика бюджетынан был маҡсатҡа 664 миллион һум аҡса бүленәсәк. Республика хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта сертификат алыу тәртибе раҫланды.