Социаль тармаҡ алдағы йылдарҙа ла етди иғтибар үҙәгендә ҡала.

Тулыраҡ: Социаль тармаҡ алдағы йылдарҙа ла етди иғтибар үҙәгендә ҡала.

Был турала парламент президиумы ултырышында әйтелде. 2020 йылға һәм планлы 2021-22 йылдарға ҡаҙна проектын Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы ултырышында ҡараясаҡ. Ҡаҙнаның 70 проценттан ашыуы социаль тармаҡҡа йүнәлтелә. Бюджет социаль йүнәлешле булып ҡала.

2020 йылда ҡаҙнаға һалым һәм һалымдан тыш сығанаҡтарҙан килер 194 миллиард һумдың өстән ике өлөшө социаль тармаҡҡа йүнәлтелә. Мәғарифҡа мәҫәлән алдағы 3 йылда 73-әр миллиард һум бүлеү күҙаллана. Был уҡытыусы, тәрбиәселәрҙең эш хаҡынан тыш, яңы мәктәп, балалар баҡсалары төҙөү, матди техник базаны нығытыу, туҡланыуға тотонола торған сығымдар. Сумманың 4-тән 1 өлөшө федераль бюджеттан килер, тип көтөлә.

Ә әлегә Мәскәүҙән төрлө йүнәлештәр буйынса бүленәсәк суммалар иҫәпкә алынмайынса бюджет 22 миллиард һумдан ашыу дефицит менән планлаштырылған. Рәсәй Президентының Май Указдарын үтәүҙе маҡсат итеп ҡуйған 12 Милли проектта ла ҡатнашып Башҡортостан федераль бюджеттан 16 миллиард ярым тирәһе аҡса ҡайтарып алырға ниәтләй.

Ә бына Республика башлығының сентябрь күрһәтмәләрен үтәүгә аҡса ҡайҙан алырға тигән һорау әле асыҡ ҡала. Ҡайһы бер маҡсатлы һандарға өлгәшер өсөн иҡтисадтың реаль секторын үҫтереү зарур тип иҫәпләй вице-премьер Рөстәм Моратов. Мәҫәлән, инвестициялар күләмен йылына 500 миллиард һумға еткереү, әле ул 300-гә лә тулмай.

Сәнәғәт етештереү күләме кәмеүе лә ҡаҙна хәлен ҡатмарлаштыра. Шуға ла киләсәктә эшҡыуарлыҡҡа баҫым яһаласаҡ.Социаль эш хаҡы тигән күрһәткес киләһе йыл 7,2 процентҡа артыр тип көтөлә, инфляцияны иҫәпкә алғанда реаль үҫеш 2 процент тирәһе.

Ғөмүмән, бюджет тармағы өсөн хеҙмәт хаҡына ҡаҙнанан 96 миллиард һум аҡса сарыф ителә. Тиҫтәгә яҡын ҡалын папкаларҙағы миллионлаған биттәрҙә баҫылған төп финанс документ һәр йүнәлеште иҫәпкә алып төҙөлгән. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәттән алып юл фонды, эшҡыуарлыҡ, хәүефһеҙлеккә бәйле сығымдар.

Төп финанс документ иртәгә Рәсми баҫмалар биттәрендә һәм хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталы интернет селтәрендә баҫтырыласаҡ.