Алданған туристар

Тулыраҡ: Алданған туристар

Беҙҙең телеканалда алданған туристар тураһында күрһәтелгән сюжеттан һуң хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеүселәр бермә-бер артҡан. Клиенттар юллама өсөн түләгән аҡсаларын кире ҡайтарыуҙы талап итә. “Леда Тревел” компанияһы офисы бер нисә аҙна бикле тора.

Телефон аша шылтыратыуҙарға турфирма директоры яуап бирмәй. Алданыусылар араһында фирма етәксеһенең әхирәттәре лә бар. Елена Соколова “Леда тревел” турфирмаһы аша апрелдә үк йылы яҡҡа юллама һатып ала. Тыуған көнөн яҡындары менән диңгеҙ буйында үткәрергә уйлаған ҡатын хәҙер һалҡында турфирма ишеге алдында торорға мәжбүр.

Турфирма етәксеһе алданған туристарҙы төрлө вәғәҙәләр менән алдап ваҡытты һуҙырға тырыша. Турфирма етәксеһе туристарға аҡсаларын ҡайтарырға уйламай, етмәһә, ул киләһе йылға ташлама биреүсе ҡағыҙ киҫәген дә һатҡан. Был документ киләһе юлламаларға 20 процент ташлама бирә.

Сертификат ошондай ябай ҡағыҙҙа баҫылған, мисәт юҡ, әммә директорҙың ҡултамғаһы бар. Ә икенсе яғында ҡулланыу ҡағиҙһәләре яҙылған. Принтерҙа баҫылған һәр сертификаттың хаҡы 50 мең һум һәм документ юридик бер нисек тә яҡтан раҫланмаған. Алданған туристарҙың ҡулында килешеү ҡағыҙҙары һәм полицияға яҙған ғаризалар. Зыян күргәндәр һаны көндән-көн арта. Эске эштәр министрлығы тикшереү башлаған.