Ут иртәнге дүрттәр тирәһендә сыға һәм бер-нисә минут эсендә йортто ялмап та ала. Янғын һүндерелгәс харабалар араһында 29 йәшлек ҡатындың, ике һәм һигеҙ йәшлек сабыйҙарҙың кәүҙәләре табыла. Тағы ла өс кешенең дауаханаға килтерелеүе тураһында билдәле. Янғын сәбәптәре билдәле түгел.
22 октябрь Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров, көндәр һыуытыу сәбәпле, янғын хәүефһеҙлегенә иғтибарҙы арттырырға саҡырғайны. Ултырышта билдәләнеүенсә, профилактик сараларҙың иң һөҙөмтәлеһе – янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын урынлаштырыу. 3 йыл эсендә 300-гә яҡын кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалған улар. Ә аяныслы статистиканы, ғәҙәттә, эскән кешеләр тулыландыра.