Кушнаренко районында “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә яңы кино залы асылды. Урындағы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан кинозал 372 кешегә иҫәпләнгән. Унда донъя прокатының яңы фильмдары күрһәтеләсәк. Зал күп каналлы тауыш системаһы менән йыһазландырылған, экран иһә 3D форматындағы заманса фильмдар күрһәте өсөн тәғәйенләнгән. Тәүге тамашасылар Мостай Кәрим әҫәре буйынса Александр Галибин төшөргән “Һеңлекәш” фильмын ҡарай алды.
Кушнаренкола яңы кино залы асылды
Тулыраҡ: Кушнаренкола яңы кино залы асылды