Бер көн эсендә 43 операция

Тулыраҡ: Бер көн эсендә 43 операция

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табибы операциялар эшләү һаны буйынса Рәсәй рекордын ҡуйҙы. Хирург Гөлнара Исрафилова бер көн эсендә 43 операция эшләне. Табип менән беҙҙең хәбәрселәр осрашты.

Рәмил Раянов Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына Яңауыл районы Ямаҙы ауылынан килгән. 72 йәшлек пациент катаракта менән яфалана һәм институттың юғары категориялы табибы Гөлнара Исрафилова күҙ яҫмығын яһалмаһына алмаштырғандан һуң йүнәлеп китәсәгенә ышана.

Институт табиптарының ыңғай тәжрибәһе республиканан ситтә лә күптән билдәле. Баш ҡалаға килеү мөмкинлеге булмағандарҙы ҡабул итеү өсөн офтальмологтар төбәктең район-ҡалаларына сыға. Рекордсмен офтальмолог ҡулында медицина ҡорамалдары уйнап тора. Заманса технологиялар һәм тәжрибә шулай ҡатмарлы операцияларҙы ла тиҙ башҡарыу мөмкинлеген бирә.

Табиптар династияһын дауам итеүсе Гөлнара Зөфәр ҡыҙы Ишембайҙың үҙәк дауаханаһында бер көн эсендә 43 операция башҡарып Рәсәй рекордын ҡуйҙы. Сирлеләрҙе райондарҙа ҡабул итеү медицина учреждениеһының мөмкинлектәрен киңәйтеү менән бер рәттән халыҡ өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙыра.

Күҙ ауырыуҙары институты табиптарының ҡуйыр рекордтары әле алда, сөнки киләһе йылдан улар район һәм ҡала үҙәк дауахналарында мотлаҡ медицина страховкалау системаһы буйынса финанслауҙы арттырыу өҫтөндә эшләй.