Һүҙҙән эшкә. Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында килешелгән хеҙмәттәшлек даирәләре киңәйә. Өфө 2016 йылда Рәсәй – Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһын ҡабул итәсәк. Башҡортостан башлығы Рәстәм Хәмитов Бишкәк ҡалаһына эш сәфәре барышында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Башланғысты конференция президиумы ла Ҡырғыҙстан президенты Алмазбәк Атамбаев та хупланы. Уның менән осрашыу барышында иҡтисад, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан араһында тауар әйләнеше былтыр 132 миллиард 200 миллион һумға еткән. Сумманың 132 миллиарды – экспортҡа, ә 200 миллионы импортҡа тура килә. Әммә яҡын киләсәктә хеғмәттәшлек даирәһе киңәйергә тейеш. Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегцияның да төп маҡсаты Тянь Ши һәм Памир тауҙары араһында урынлашҡан был дәүләт менән тәү сиратта ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм сауҙа бәйләнештәрен нығытыу. Рөстәм Хәмитов Рәсәй-Ҡырғыҙстан конференцияһында сығыш яһап Башҡортостан менән тауар әйләнешен ике түгел ә 10 тапҡырға арттырырға кәрәк тине. Һуңғы ваҡытта мәҙәни бәйләнештәр ҙә нығына. Мәҫәлән быйыл март айында Ҡырғыҙстанда Башҡортостан көндәре үтте. Бҙҙең халыҡтарҙы тарихи-мәҫәни ҡомпртҡылар ҙа берләштерә.Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстандың эшлекле даирә вәкилдәрен Өфөлә октябрҙә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәренең кесе бизнес форумында ҡатнашырға саҡырҙы. Республика башлығы шулай уҡ 2016 йылда Өфөлә Рәсәй – Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһын үткәрергә тәҡдим итте. Ҡырғыҙстандан беҙгә емеш-еләк ҡайтарыуҙы яйға һалырға кәрәк, Башҡортостан үҙ сиратында иген, малсыллыҡ продукцияларын минераль ашламалар оҙата ала. Еңел сәнәғәт тауарғары менән сауға итеү ҙә ике яҡ өсөн отошло булыр ине.
Өфө 2016 йылда Рәсәй – Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһын ҡабул итәсәк
Тулыраҡ: Өфө 2016 йылда Рәсәй – Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһын ҡабул итәсәк