Башҡортостандың рәсми делегацияһының Ҡытайға эш сәфәре дауам итә

Тулыраҡ: Башҡортостандың рәсми делегацияһының Ҡытайға эш сәфәре дауам итә

Пекинда Рәсәй илселеге ҡарамағындағы мәҙәни үҙәктә республика вәкилдәре Ҡытай эшҡыуарҙары өсөн осрашыу үткәрҙе. Унда хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәре тураһында эшлекле тәҡдимдәр индерелгән. Һөйләшеү Рәсәйҙең Ҡытайҙағы илсеһе Андрей Денисов менән осрашыуҙа ла дауам итте. Уның әйтеүенсә, Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте, Волга Янцзы проектында әүҙем ҡатнашыуы Республиканы Ҡытай виләйәттәрендә танытыу өсөн ныҡлы нигеҙ була ала.