Республикала балалар именлеген тәьмин итеү йәһәтенән яңы ҡағиҙәләр индереләсәк

Тулыраҡ: Республикала балалар именлеген тәьмин итеү йәһәтенән яңы ҡағиҙәләр индереләсәк

Был турала Башҡортостанда бала хоҡуҡтары вәкиле Милана Скоробогатова белдерҙе. Әгәр бала мәктәптә юҡ икән уҡытыусылар ата-әсәләргә шылтыратып бының сәбәбен белергә тейеш. Кәрәккән осраҡта хәлде асыҡлау өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары ла йәлеп ителәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 21-се сентябрҙә гараждар араһында 11 йәшлек ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табылды. Ҡыҙҙы әсәһе юл аша сығарып ҡуйған, мәктәпкә артабан бала яңғыҙы атлаған. Баланың дәрестәргә килмәгәне төшкә генә асыҡлана.