Тиҙҙән Рәсәйҙә көҙгө саҡырылыш башлана

Тулыраҡ: Тиҙҙән Рәсәйҙә көҙгө саҡырылыш башлана

Әммә һәр йыл һайын хәрби комиссариаттар бер мәсьәлә менән осрашырға мәжбүр. Ул да булһа егеттәрҙең төрлө юлдарын табып хәрби хеҙмәттән ҡасыуы. Үткән саҡырылышта 77 егет саҡырыу алғандан һуң да урындағы комиссариаттарға килмәгән, 22-һе хәрби частҡә барып етмәгән. Сергей Нижегородцевтың көн тәртибе армияла хеҙмәт иткәндәрҙекенән күпкә айырыла. Уның эш сәғәте иртәнге туғыҙҙа башлана һәм төштән һуң тамалана. 22 йәшлек егет альтернатив хеҙмәтте һайлаған. Хәҙер Сергей Өфө почтаһында хат һәм гәзит тарата. Башҡортостан Рәсәйҙә призывниктарҙы армияға оҙатыу күрһәткестәре буйынса алда барһа ла, хәрби бурысын үтәргә теләмәүселәр бар. Ундайҙарҙың һаны йөҙгә яҡын. Бынан тыш, хәрби хеҙмәткә саҡырыу алыуҙан ҡасып йөрөүселәр ҙә бихисап. Уҙған кампанияла республиканан 5 мең 300-ҙән ашыу егет хәрби частәргә оҙатылды. Уларҙың һигеҙе генә альтернатив хеҙмәтте һайлаған. 5 кеше йәшәгән урындарында тап почта хеҙмәткәре булып эшләргә теләк белдергән. Башҡортостан хәрби комиссариатынан белдереүҙәренсә, күпселек егеттәр ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итеүҙе хуп күрә. Быйыл көҙгө кампанияны яҡшы ойоштороу, хәрби уҡыу йорттарына уҡырға ебәреү, ата-әсәләр менән эшләү, патриотик тәрбиә биреү йүнәлештәре билдәләнә. Көҙгө саҡырылыштың үҙенсәлеге лә бар. Ул, атап әйткәндә, призывниктарҙы кейендереүгә ҡағыла. Быйылдан призывниктар яңы форма менән тәьмин ителә. Башҡортостан хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктына беренсе партия килтерелгән дә инде. Уларҙың барыһы ла Рәсәйҙә етештерелгән. Әйткәндәй, кейемдәр ғәскәр төрөнә ҡарап, төҫ буйынса айырыла. Көҙгө саҡырылышҡа күп ваҡыт ҡалманы. Хакимиәт белгестәре һәм комиссариат хеҙмәткәрҙәре призывниктарҙың документтарын әҙерләүгә, сәләмәтлектәрен һәм тәртибен тикшереүгә, дөрөҫ медицина һығымтаһы эшләүгә иғтибар бүлергә тейеш. Сөнки, тап ошо юҫыҡта тәртип боҙоу осраҡтары теркәлә.