НАТО Афғанстанда Америка хәрбиҙәре балаларҙы көсләгән тигән хәбәрҙе кире ҡаҡты. Пентагон раҫлауынса, Ҡушма Штаттарҙың хәрби етәкселеге бер ваҡытта ла кеше хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтарына күҙ йоморға кәрәк тигән ҡағиҙәләр индермәгән.
Австрияла йөҙләгән ҡасаҡ Венаға автобус көтә. Мигранттарҙың михнәттәрен күреп ҡайһы бер водителдәр уларҙы бушҡа Венаға ташый башлаған. Таксиҙа 70 саҡырым юл үтер өсөн 150-200, ә ҡайһы саҡта хатта 800 евро түләргә кәрәк.
Фольксваген концерны тирәләй болоттар ҡуйыра. Компания етәкселеге хәҙер үҙ клиенттарын алдауын танырға мәжбүр. Автоконцерн хужаһы Мартин Винтеркорн фольксваген маркалы машиналарҙа йөрөүсе миллионлаған кешенән ғәфү үтенгән.
Франция һәм Италия археологтары боронғо Помпей ҡалаһы урынында ҡаҙыу эштәре ваҡытында ҙур асыш яһаған. Улар беҙҙең эраға тиклемге 4-се быуатҡа ҡараған ҡәберлек тапҡан. Уны тикшерә башлаған белгестәр рим ососрона тиклемге ҡала тормошо тураһында тулыраҡ мәғлүмәт тупларға ниәтләй.