Республикала ул ял көнө тип иғлан ителгән. Байрамды бөтә мосолмандар түҙемһеҙләнеп көтә. Һигеҙ йәшлек Шакира Өфөнөң “Ихлас” мәсетендә эшләп килгән “Солтан” балалар студияһында шөғөлләнә. Әле улар Ҡорбан ғәйетенә бағышланған байрамда сығыш яһарға әҙерләнә. Бер йыл элек асылған был студияла кескәйҙәр ислам ҡанундарын өйрәнә. Улар бәләкәйҙән дини байрамдарҙың асылына төшөнә. Бигерәк тә дини йырҙар сабыйҙарҙы рухи яҡтан үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ҡорбан байрамында мосолмандар иң матур, һәйбәт кейемдәрен кейеп, төркөм-төркөм йыйылып, урам буйлап барғанда тәҡбир әйтеп, мәсеткә йүнәлә. Ҡорбан ғәйетендә барлыҡ мосолмандар иртә менән мәсеттәргә йыйылып, намаҙ уҡый. Шулай уҡ был көндө хәйер биреү, яҡындарың менән күрешеү, бүләк тапшырыу кеүек изге ғәмәлдәр башҡарыла. Республика мосолмандар советы балаларға ла бүләктәр әҙерләй. Таратыласаҡ тоҡтарға кескәйҙәр яратҡан тәмлекәстәр тултырыла. Был айырыуса йәш быуынға был байрамдың мәғәнәһен аңлатыу яғынан мөһим. Һыйҙар шәмбе көндө баш ҡалабыҙҙа үтәсәк сара ваҡытында таратыла. «Ҡорбан» һүҙе «яҡынайыу» мәғәнәһендә, Аллаһы Тәғәләгә изге ғәмәлдәр менән яҡынайыуҙы аңлата. Байрам көнөндә ҡорбан ҡылыу - бөйөк бүләккә ирештерә торған яҡшы эш. Ҡорбан өсөн мал – дөйә, һыйыр, кәзә йәки һарыҡ махсус һимертелә. Салынасаҡ мал һау-сәләмәт булырға тейеш.Иттең бер өлөшө ярлыларға һәм мохтаждарға таратыла, икенсе өлөшөн байрам табынын әҙерләү, туғандарға, дуҫтарға бешереп ашатыла, ә өсөнсө өлөшөн инде мосолман үҙеңә алып ҡалырға мөмкин. Ҡорбан байрамының иң ҙур йолаһы — Мәккә-Мәҙинәгә хаж ҡылыу. Быйыл республиканан 132 кеше изге сәфәргә юлланды. Хажиҙарҙың береһе Нурия Рафиҡова Сәғүд Ғәрәбстанынан телефон аша беҙҙең менән бәйләнешкә сығып, үҙенең тәүге тәьҫораттарын еткерҙе.Исламға нигеҙ һалынған Мәккә Мәҙинәлә был көндәрҙә донъяның барлыҡ тарафтарынан миллиондарса мосолмандар йыйыла. Башта улар микат алдында ниәт әйтә. Һуңынан руханиҙар Әл-Харам мәсетендә «ҡара ташҡа» ҡағыла. Ҡорбан байрамы көнөндә диндарҙар тәүәф ҡыла – Ҡаф тауын ете тапҡыр сәғәт әйләнешенә ҡаршы урай.Мосолмандарҙың иң ҙур байрамы — Ҡорбан ғәйете - Ураҙа байрамынан һуң 70 көн уҙғас, Зөлхизә айының унынсы көнөндә билдәләнә. Быйыл ул 24 сентябргә тап килә. Ә бөгөн иһә ҡояш байыу менән бөтә мосолман халҡына доғалар уҡыу, теләктәр теләү хәйерле. Сөнки ғәйет алды кисендә ҡылынған доғалар ҡабул була, тиелә Ҡөръән Кәрмидә.
24 сентябрь Ислам диненең оло байрамы - Ҡорбан ғәйете
Тулыраҡ: 24 сентябрь Ислам диненең оло байрамы - Ҡорбан ғәйете