Мәғариф салоны

Тулыраҡ: Мәғариф салоны

Өфө мәғариф тураһында тулы һәм киң мәғлүмәт сығанағына әйләнде. Рәсәйҙең 18 төбәгенән килгән 198 ойошма тәҡдим иткән заманса белем биреүҙең яңы һәм өр-яңы өлгөләренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла күҙ һалды.Мәғариф тармағын белгестәр менән тәьмин иткән педагогия университетының белем биреүҙең иң түбәндән иң юғарыға тиклем һәр баҫҡысын тасуирлаған экспозицияһы халыҡ-ара салонда ҡатнашыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырмай. Вайымһыҙ балалар иһә киреһенсә, уйындарына мауығып шау-шоуға бөтөнләй иғтибар итмәй. Ә уйынсыҡтың һәр төрө бында интерактив ҡушымтаһы менән.Мәктәпкәсә белем биреү йортон Аҡмулла университеты бер яҡтан балалар, икенсенән педагогтар өсөн үҫеш үҙәге булараҡ таныта. Өҫтәмә белем биреү учреждениеһы ла, балалар баҡсаһы ла бурыстарын үтәй. Өҫтәмә белем биреү бүлегенән тыш күргәҙмәлә мәғариф тармағын технологик яҡтан йыһазландырған компаниялар ҙа ҡатнаша. Стәрлетамаҡ һөт кухняһы быйыл июль айында ғына асылыуына ҡарамаҫтан республиканың көньяҡ төбәгендәге ҡала балаларын саф сифатлы һөт ризыҡтары менән тәьмин итә.

Балалар диетик туҡланыу үҙәге лә мәктәп ашханалары эшен артабан камиллаштырыу менән мәшғүл. Мәғариф салонының мультиформатлы майҙанында өҫтөн милли проекттарҙы бойомға ашырыуҙың төрлө йүнәлештәре өлгөләре бар. Белем биреү өлкәһен цифралаштырыуға иһә айырым иғтибар. Мәғариф салоны майҙанында теләгән һәр кем башҡорт телен өйрәнеү проектына ҡушыла ала. Интерактив башҡорт теле был мәртәбәле сарала быйыл беренсе тапҡыр күрһәтелә.Уҡытыусылар бында яңы әсбаптар, сайттар, ҡушымталар кеүек дәрес өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр алһа, уҡыусылар халыҡ ижады өлгөләренә мауыҡтырғыс сәйәхәт аша телде камиллаштырыу мөмкинлеген файҙалана.Эксперт, спикер һәм модераторҙар – Рәсәйҙең федераль һәм төбәк алдынғы уҡыу йорттары профессорҙары – үҙҙәренең автор методикаларын тәҡдим итә, психолог, социолог, сәйәсмән һәм эшҡыуарҙар тәжрибә уртаҡлаша. Сараны ойоштороусылар белем биреү өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлеккә иҫәп тота. Халыҡ-ара мәғариф салоны 9 ноябргә тиклем дауам итә. Унда ҡатнашыусылар башҡаланың яңы полилингваль гимназиялары, тармаҡта уңышлы бойомға ашырылған айырым үҙенсәлекле модулдәр менән таныша. Сара барышында үҙ-ара файҙалы килешеүҙәр төҙөү көтөлә.