Экологик дәрестәр, тематик уйындар

Тулыраҡ: Экологик дәрестәр, тематик уйындар

Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте. Ошо арауыҡ эсендә күпселек район-ауылдарҙа махсус майҙансыҡтар булдырылды, контейнерҙар ҡуйылды. Ә Өфөнөң ҡайһы бер райондары сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса пилот проектында ҡатнаша.

Өфөнөң 150-се балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйырға өйрәтәләр. Бында экологик дәрестәр, тематик уйындар даими уҙғарыла.Балаларға бәләкәй сағынан аңлатыу мөһим. Шул саҡта ғәҙәткә инә һәм өлкәнәйгәс тә улар көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып барасаҡ, ти тәрбиәселәр. Ә иң мөһиме кешеләр йәшәгән урынын тәртиптә тоторға тейеш. Балалар баҡсаһында беренселәрҙән булып көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыя башлағандар. Март башынан алып Киров районында махсус проект тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, бында 42 ошондай майҙансыҡ булдырылған. Өфө мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттары янында ла махсус контейнерҙар урынлаштырылған. Мәҫәлән, төрлө акцияларҙа ҡатнашҡан 3-сө гимназия һәм БДУ ятаҡтары эргәһендә.Проектты һынау өсөн Киров районы бушҡа һайлап алынмаған.

Сөнки, бында бихисап уҡыу йорттары, дәүләт һәм социаль учреждениелар урынлашҡан. Проект сиктәрендә йәмәғәт урындарында ла контейнерҙар ҡуйыла. Мәҫәлән, Салауат Юлаев исемендәге паркта кешеләр ҡағыҙ, быяла һәм пластикты айырым ҡалдыра ала. Тимәк, бында ял итеүселәр ҙә экология хәлен яҡшыртыуға өҙ өлөшөн индерә.Проект ҡала йәмәғәтселегендә ыңғай фекер уятты. Лилиә Решетова, мәҫәлән, йорт ихатаһында айырым контейнерҙар барлыҡҡа килеү менән сүп-сарҙы айырып, ташлай башлаған. Бынан тыш, ейәнсәренә лә өйрәтә.Барлығы Өфө ҡалаһы һәм районында көнүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн 81 ошондай майҙансыҡ булдырылған. Уларҙы әлегә өс йөк машинаһы хеҙмәтләндерә. Техниканың һәр береһе айырым төр ҡалдыҡ өсөн тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, берәүһе быяла, икенсеһе ҡағыҙ, ә өсөнсөһө пластикты йыя.Йыл аҙағына тиклем Өфөлә махсус контейнерҙар майҙансығы 100-гә етәсәк. Ә 2020-се йылда уларҙың һаны ике тапҡырға артыр, тип көтөлә. Иң мөһиме көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуҙы бөтә республикала ойоштороу, тип белдерә реформа авторҙары.