Башҡалала юлдарҙы таҙартыуға, сүп-сар сығарыуға ҡамасаулаған барлыҡ транспорт саралары эвакуациялана. Быға тиклем махсус комиссия рейд үткәреп, машиналарҙың хужаларын иҫкәртеп сыҡҡайны. Мөрәжәғәткә ҡолаҡ һалмағандарға тимер аттарын махсус туҡталҡанан эҙләргә тура киләсәк. Өҫтәүенә, эвакуация һәм туҡталҡа өсөн аҡса түләргә кәрәк. Акция махсус график буйынса Өфөнөң бөтә райондарында ла үтәсәк. Уның тағы ла бер маҡсаты – ҡаланың йөҙөн матурлау. Ташландыҡ автомобилдәр менән көрәшкә бәйле фекерен оператив кәңәшмәләрҙең береһендә республика башлығы Радий Хәбиров еткергәйне. Ул яуаплы ведомстволарҙы был эштә ҡыйыуыраҡ булырға саҡырҙы.
Өфө урамдарын ташландыҡ автомобилдәрҙән таҙарталар
Тулыраҡ: Өфө урамдарын ташландыҡ автомобилдәрҙән таҙарталар