Законға ярашлы киске сәғәт 10-дан һуң фатирҙа шауларға ярамай

Тулыраҡ: Законға ярашлы киске сәғәт 10-дан һуң фатирҙа шауларға ярамай

Әммә ҡағиҙәне барыһы ла теүәл үтәргә ашыҡмай. Бигерәк тә был торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашҡан күңел асыу урындарына ҡағыла. Ошондай йорттарҙа йәшәгән халыҡтың мөрәжәғәттәренә таянып йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре рейдтар үткәрә.Төн, урам, фонарь. Бер аҙ яҡтылыҡ төшөп торған кальян клубы төнгө мажара эҙләп йөрөүселәрҙе үҙенә ылыҡтыра. Йорттоң тәүге ҡатында ярты йыл элек кенә асылған был күңел асыу урыны эргә -тирәлә йәшәүселәрҙең маҙаһына ярайһы ғына тейеп өлгөргән. Улар әйтеүенсә, шау-шыулы музыка, туҡтауһыҙ көлөүҙәр, хатта атыш тауыштары төнгө йоҡоға ҡамасаулай. Ысынында иһә, бында ниндәй хәлдәр бар? Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре, клуб хужаһына ни өсөн ярты йыл эсендә, киске 10-дан һуң тәртип боҙған өсөн 12 тапҡыр протокол төҙөлгәнлеген төшөндөрөргә тырышты.

Тәү ҡарашҡа барыһы ла яҡшы. Кальян тарталар, сәй эсәләр. Тәртип һаҡсылары 18 йәштән йәшерәк күренгән ҡунаҡтарҙың документтарын тикшергән арала, хужа бында һәр ваҡыт тыныс, тип ышандырҙы. Хатта музыка тауышы ла ярайһы ғына шым. шулай ҙа, тәүге осор ялыуҙар булыуын инҡар итмәне. Әлеге мәлдә барыһы ла тыныс. Хатта бында бер ҡасан да спиртлы эсемлектәр булғаны юҡ, тип ебәрҙе. Тимәк, халыҡты босоған төнгө шау-шыу, хатта атышыу – былар барыһы ла ялған булып сығамы? Ысынлап та, торлаҡ йорттарҙың тәүге ҡатында ошондай күңел асыу урындары күбәйҙе. Ә йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре бының менән йылдар дауамында көрәшә. Эштәренең һөҙөмтәһе лә бар. Әйткәндәй, был кальян тартыу клубында йома көн булһа ла бер кем дә юҡ. Элегерәк бәлиғ булмағандар йыш күренгән. Инспекторҙар әйтеүенсә, рейдтарҙың маҡсаты енәйәттәрҙе иҫкәртеү. Төнгө клубтарҙың хужалары ла быны аңлап ҡабул итә. Ә ҡанундарҙы үтәргә теләмәүселәрҙең эшмәкәрлеге туҡтатыла.