Яҙыусылар берлеге һәм «Китап» нәшриәте юбилейҙарын туйлай

Тулыраҡ: Яҙыусылар берлеге һәм «Китап» нәшриәте юбилейҙарын туйлай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең – 100, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлегенең 85 йыллығын уҙғарыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, ойоштороу комитетына республика хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәров етәкселек итәсәк. Ойоштороу комитеты юбилей саралары планын әҙерләргә һәм раҫларға, финанслау сығанаҡтарын билдәләргә тейеш. Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында саралар ойошторорға, шағирҙарҙы, яҙыусыларҙы тантаналы ҡотларға тәҡдим ителде.

Юбилей йылында Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының бинаһы төҙөеләндерелгәйне. Берлек урынлашҡан йорт тарихи ҡомартҡы булараҡ билдәле. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса уны 19-сы быуат башында билдәле сауҙагәр Поликарпов төҙөткән. Ағалы-ҡустылы Поликарповтар халыҡҡа ярма, он һатҡан. Һуңғы тапҡыр 80-се йылдарҙа ремонт үткәрелгән бинаның тышы ла, эсе лә төҙөкләндерелде. Үҙенең юбилейын яҙыусылар берлеге яҡты һәм архитектура ғына түгел, ә әҙәби яҡтан да тарихи йортта туйлай.