Шиғыр һөйләүселәр конкурсы

Тулыраҡ: Шиғыр һөйләүселәр конкурсы

Тормош йәме матди байлыҡта ғына түгел, ә рухи аҙыҡта ла. Республиканың һөнәри белем биреү йорттары студенттары Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен ойоштороп туған телде һәм милли шиғриәтте һөйөүен дәлилләне. Был егеттәр һәм ҡыҙҙар күп йүнәлешле һөнәр биреү колледжында цифралы мәғлүмәт оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәләр. Филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяровтың шәхси методикаһы буйынса.Башҡорт теленән асыҡ дәрес әҙәби бәйге сиктәрендә үтте. Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған ярышта иһә йөҙгә яҡын уҡыусы ҡатнашты.

Сәхнәнән халыҡ шағирының һәр кемгә таныш әҫәрҙәре генә түгел, ә уҡыусыларҙың мәшһүр әҙиптең шәхесенә арнап яҙған үҙ шиғырҙары ла яңғыраны. Йәштәр араһында Мостай Кәримдең әҙәби мираҫын танытыу, кесе быуындың ижади әүҙемлеген үҫтереү, китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм туған телде өйрәтеү. Һөнәри белем биреү йорттарының туған тел уҡытыусылары ошо изге бурыстарҙы үҙ иңенә алған.Мостай Кәримдең “Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ҡунағы” тигән һүҙҙәре тасуири шиғыр һөйләүселәр бәйгеһенең асылын таныта. Егеттәр һәм ҡыҙҙар сәхнәгә баһалама хөкөмөн генә түгел, ә күңел талабына яуап алыр өсөн сыҡты. Бәйге һуңында һөнәри белем биреү йорттарында башҡорт теле уҡытыусылары көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышты. Түңәрәк өҫтәл артындағы әңгәмә рус мөхитендә башҡорт телен өйрәтеүҙә инновацион алымдар ҡулланыуға арналды.