Өфөлә сыҡҡан янғында фатир хужаһы сәбәпсе булыуы ихтимал

Тулыраҡ: Өфөлә сыҡҡан янғында фатир хужаһы сәбәпсе булыуы ихтимал

Өфөләге күп ҡатлы йортта сыҡҡан янғында 11 кеше, шул иҫәптән 6 бала зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәл кисә көндөҙгө сәғәттәрҙә баш ҡаланың Дмитриев урамында теркәлде. 9 ҡатлы йортағы фатирҙарҙың береһенән көслө төтөн сығыуын күреп янғын һүндереүселәрҙе саҡырталар. Утҡа ҡаршы көрәшкә 13 берәмек техника һәм 38 ҡотҡарыусы йәлеп ителә. 6-сы ҡаттағы фатирҙан кешеләрҙе махсус баҫҡыс ярҙамында эвакуацияларға тура килә. Уттың асыҡ сығанағы бер сәғәт эсендә һүндерелә. Бәхеткә, һәләк булыусылар юҡ. Янғын сығыуҙа фатир хужаһы ғәйепле тигән фараздар бар. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса уның психик сәләмәтлегенә бәйле проблемалары булған, күршеләре әйтеүенсә, 30 йәшлек ир йыш ҡына дауаханала ятҡан.