Өфөлә крандағы һыуҙы ҡурҡмайынса эсергә була

Тулыраҡ: Өфөлә крандағы һыуҙы ҡурҡмайынса эсергә була

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баш ҡалалағы эсәр һыу сифаты тураһында яҙып сыҡты. Республика етәксеһе билдәләүенсә, интернет селтәрендә был темаға бәйле ялған мәғлүмәттәр бихисап. Улар араһында спекулянттар ҙа етерлек. “Әммә Өфөлә крандан һыуҙы ҡурҡмайынса эсергә мөмкин тип ышаныслы әйтә алам. Эсәр һыу ике юл менән таҙартыла, филтрҙар ярҙамында һәм реагенттар менән. Хәүефле хлорҙан тулыһынса тиерлек баш тарттыҡ. Ваҡ өлөшсәләрҙе таҙартыу өсөн ошо көндәрҙә генә 1 мең 400 тоннанан ашыу алюмин сульфаты һатып алдыҡ, был запас ике йылға етә.” тип яҙа Радий Хәбиров.