Тиҫтәләгән ғилми тикшеренеүҙәрҙән һуң бөтө ил ғалимдары Усолка киҫемен рәсми рәүештә геология объектарының эталоны, тип раҫланы. Тап ошо урында тиҙҙән геопарк төҙөләсәк. Әле бында таҙартыу, төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Усолка киҫемендә эштәр барышын хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова күреп ҡайтты. Был таштар тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлай, ти Ғафури районындағы география йәмәғәте бүлеге рәйесе Айрат Миңлебаев. Ер ҡатламында палеозой эраһында йәшәгән аммониттар, фузулиндар, мәрйен һәм башҡа төрлө бик күп ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтарҙа табырға мөмкин. Красноусол шифаханаһы эргәһендәге Көгөш йылғаһының уң яҡ ярындағы ҡая киҫеме халыҡ-ара комиссия тарафынан географик эталон объекты, тип танылған.
Ғалимдар иҫбатлауынса, 294 йыл элек бында диңгеҙ булған һәм диңгеҙ организмдары эҙҙәре ташта ҡалған. Тап ошонда Усолка киҫемендә бөтә ил ғалимдары “алтын сөй” ҡағырға тауыш биргән. Геология-минерология фәндәре докторы Валерий Чернов 80-се йылдарҙан башлап Усолка киҫемендә тикшереү эштәрен алып бара һәм үткән йылда тап ошо урынды Һаҡмар ярусының түбәнге сиге стратотибы, тип иҫбатлай. Хәҙер ул бөтә ғалимдар өсөн иң боронғо дәүерҙе хисаплау нөктәһе булып тора. Әле геологик ҡомартҡы ерлегендә төҙөкләндереү эштәре бара. Иҫтәлекле таҡта ла ҡуйылған. Белешмә өсөн мәғлүмәт урынлаштырылған.
Усолка киҫеме бөтә илдән килгән туристар өсөн мәғлүмәт усағы буласаҡ. Геологтар билдәләүенсә, Башҡортостанда “алтын сөйгә” тағы ла бер нисә урын дәғүә итә. Шуларҙың береһе Усолка киҫеменән йыраҡ түгел. Рәсәйҙең беренсе “алтын сөй” объекты киләһе йылдан бөтә ил ғалимдарын һәм туристарҙы ҡабул итә башлар тип көтөлә.