Бөрйән районындағы “Йылҡысыҡҡан” күленә килеүселәрҙе Аҡбуҙат ҡаршы аласаҡ. Унда халыҡ эпостарында һүрәтләнгән ҡанатлы толпар һынын урынлаштырыу эштәре башланды.
Йыһан аты Силәбеләге Кәҫле заводында суйындан ҡойолғайны, скульптураны 6-сы ноябрҙә ауыр техника ярҙамында алып килделәр. Әле суйын Аҡбуҙатты постаментҡа күтәреп ҡуйғандар. Скульптураның бейеклеге 3 метр, ауырлығы 3 тонна тирәһе. «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарында һүрәтләнгәнсә Аҡбуҙ көмөш төҫкә буялған.