Башҡорт бейеүе бөтә донъяға тарала

Тулыраҡ: Башҡорт бейеүе бөтә донъяға тарала

Интернет селтәрендә барған флешмобҡа ҡушылыусылар һаны артҡандан-арта. Башҡорт бейеүен Көнъяҡ Осетия һалдаттары ла башҡарҙы. Башҡортостан егете Радмир Билалов үҙенең хеҙмәттәшен бейергә өйрәткән. Шул рәүешле улар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле башлап ебәргән һәм республика башлығы Радий Хәбировта хуплау тапҡан бейеү флешмобына ҡушылды.

Башҡорт бейеүенә Ҡаҙағстан да ҡушылды. Нур-Солтан ҡалаһында башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте. Сара сиктәрендә Халыҡтар дуҫлығы йортонда этнографик күргәҙмә, милли аш-һыу экспозицияһы һәм концерт ойошторолдо. Фәйзи Ғәскәров ансамбле солисты Миләүшә Хәйбуллина ҡунаҡтарҙы башҡорт бейеүенә өйрәткән, этномузыкант Зәйнетдин ҡурай һәм ҡумыҙ серҙәре менән бүлешкән. Сара һуңында ҡунаҡтар менән бейеп Башҡортбейеүе флешмобына ҡушылған Ҡаҙағстандар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров иң матур башҡорт бейеүе өсөн шәхси бүләген вәғәҙәләне.