Башҡорт атлылары эҙенән...

Тулыраҡ: Башҡорт атлылары эҙенән...

Луганск өлкәһендә 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы менән бәйле артефакттарҙы эҙләйҙәр. Ҡаҙыныу эштәрендә Башҡортостан эҙәрмәндәре лә ҡатнаша. Ҡаҙыныу эштәре өсөн Антрацит районы осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо ерҙәрҙә 1943 йылдың февралендә барған ҡаты бәрелештәрҙә данлыҡлы дивизия ҙур юғалтыуҙар кисерә.

Металл эҙләгес һәм көрәк. Башҡортостан эҙәрмәндәренә был ерҙә эшләү өсөн бөтә кәрәкле ҡорал ошо. Ҡырыҫ һауа шарттары ла ҡамасаулай алмай. Көн дә тиҫтәләгән табышҡа юлыға улар. Легендар 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының иң аяныслы яуҙары тарихын һаҡлай был ерҙәр. 42-се йылдың ноябрендә һыбайлылар корпусы Ростов өлкәһендәге Обливская тимер юл станцияһын баҫҡынсыларҙан азат итә. артабан Ворошиловградҡа бюл тота.

Яу менән дивизия 4 мең саҡрымдан ашыу юл үтә. 3 мең фашист һалдатын, 56 танк, 6 самолетты юҡ итә башҡорт һыбайлылары. Юғалтыуҙар ҙа бик күп була, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса тап Ивановка янындағы алыштарҙың береһендә Миңлеғәле Шайморатов һәләк була, 700 һалдат әлегәсә хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Уларҙың ҡайһылары бәлки эҙләү эштәре барған ерҙә яталыр...

Был урында ҡаҙыу эштәрен 2014 йылда башланырға тейеш булған. Әммә хәрби бәрелештәр барыу сәбәпле ул кисектерелә. 5 йылдан ниһәйәт тергеҙелде ти Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев.

Эҙләнеүҙәр менән генә сикләнмәй данлы яҡташтарыбыҙ хәтере. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде лә яңыртҡан Рәсәй эҙәрмәндәре. Планда Башҡорт атлыларына арналған тағы бер нисә мемориалды тергеҙеү. Был эштәрҙе 2024 йылға тиклем башҡарыу маҡсаты ҡуйылған.