Өфөнөң 8-се янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәрен хәҙер фәрештә һаҡлай. Кемдәрелер уны бүлектең талисманы, тип йөрөтә. Килгән ҡунаҡтар уның менән фотоға төшә, кемдәргәлер ул ҙур юғалтыуҙы иҫләтә, әммә ышаныс, көс бирә. Ололар уға ҡарап илай, ә беҙҙең хәбәрселәр һоҡланып ҡайтҡан. Ләйсән Тимербулатова репортажы.
Төтөн араһынан янғын һүндереүселәр ярҙамға ашыға. Уларҙы фәрештә оҙатып бара. Яңыраҡ Өфөнөң 8-се янғын һүндереү бүлеге стенаһында бына шундай үҙенсәлекле һүрәт барлыҡҡа килде. Авторы — бүлек сержанты — Альберт Юлдашев. Ул 13 йыл элек армияла ҡотҡарыу ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтыу менән янғын һүндереү бүлегенә эшкә килә. Бәләкәй сағынан һүрәт төшөрөргә яратҡан егеттең тормошонда һынлы сәнғәт әле лә ҙур урын биләй. Башлыса аҡ-ҡара тондарҙы ҡулланырға ярата.
Картина нигеҙендә 16 йыл элек булған фажиғәле хәл ята. Октябрь проспектында янған ресторан эсенән янғын һүндереүселәр ике кешене сығарып өлгөрә, көслө шартлау яңғырай һәм артабан эҙләүҙе дауам итеүсе өлкән прапорщик Виктор Верниковский менән сержант Динар Хөснөтдиновтар ут ҡамауында ҡалып һәләк була. Альберт Юлдашевтың картинаһы геройҙары тап улар.
Һүрәт яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан киң билдәлелек яулай. Альбертҡа бәлки ҡотҡарыусы түгел, ә рәссам булырға кәрәккәндер, тибеҙ. Хеҙмәттәштәре бер тауыштан ҡаршы сыға. Тревога сигналы яңғырау менән янғын һүндереүселәр йәнә ярҙамға ашыға. Ҡыйыу егеттәрҙе фәрештәләр оҙатып ҡала.