Бөгөн республиканың барлыҡ мәсеттәренә халыҡ ағылды

Тулыраҡ: Бөгөн республиканың барлыҡ мәсеттәренә халыҡ ағылды

Ислам диненең оло байрамы — Ҡорбан ғәйете. Республикала ул ял көнө тип иғлан ителгән. Байрамды бөтә мосолмандар түҙемһеҙләнеп көтә. Булат ата-әсәһенә Ҡорбан ғәйете алдынан фатирҙа тәртип урынлаштырырға ярҙам итә. Был — байрамды ҡаршылау шарттарының береһе. Нәзир Нәзиб улы йорт эштәре менән мәшғүл булһа, хужабикә аш-һыу әҙерләй. Байрам көндө йоҡонан иртәрәк тороп, ир-егеттәр ҙә, ҡатындар ҙа иң яҡшы кейемдәрен кейә, көмөш балдаҡтар таға, матурлана.Сафиндар ғаиләһе бергәләп йыйылып доға ла ҡыла.Ә инде иман йорттарында ғибәҙәт ҡылыу, намаҙҙар уҡыу тағы ла сауаплыраҡ. Бөгөн республиканың барлыҡ мәсеттәренә халыҡ ағылды. Туҡай мәсете лә иртәнсәк үк кесеһенән алып олоһона тиклем халыҡ менән тулғайны. Изге йорт алдында урынлашып, Ҡөръән сүрәләрен тыңлаусылар ҙа бихисап ине. Быуаттар дауамында был изге байрам мосолман донъяһы халыҡтарын берләштерә. Был көндәрҙә дингә инанған һәр кешенең күңеле миһырбанлылыҡ һәм ғәҙеллек, яҡыныңдың хәлен уртаҡлашыу, уның хаҡында хәстәрлек күреү кеүек изге тойғолар һәм яҡты уйҙар менән һуғарыла.Ҡорбан ғәйете төрлө милләт вәкилдәре, халыҡтар араһындағы татыулыҡты ла сағылдырыусы байрам. Туҡай мәсетендә милли кейемдәрҙә килгән сит ил мосолмандарын осратырға мөмкин ине. Башҡортостанда Ҡорбан ғәйете киң һәм күңелле билдәләнә. Шуға ла ололар ғына түгел, йәш быуын да был изге байрамдың мәғәнәһен яҡшы аңлай. Өс көн дауамында бөтә мосолман халҡы донъяның төрлө мөйөшөндә байрам шатлығын бер-береһе менән бүлешә, төрлө телдә тәбрикләү һүҙҙәре яңғырай.Оло һәм изге байрамдан халыҡ оло бер ҡыуаныс һәм күңел тыныслығы менән таралышып, йорттарында байрам ашы ойоштора, ҡорбан табындарына йыйыла.