Иртә таңдан мосолмандар мәсеткә барып намаҙ ҡылды

Тулыраҡ: Иртә таңдан мосолмандар мәсеткә барып намаҙ ҡылды

Ҡорбан салыу өсөн мал алдан әҙерләнә. Һыйҙы йәлләргә ярамай, мотлаҡ фәҡирҙәр һәм мохтаждрҙы һыйларға кәрәк. Был көндө шулай уҡ саҙаҡа бирелә, яҡындарға һәм туғандарға бүләк эшләйҙәр. Ләлә мәсетенәд бөгөн республика башлығы ла килде. Ул бар мосолмандарға сафлыҡ, таҙалыҡ һәм именлек теләне. Татыулыҡҡа, берҙәмлеккә саҡырҙы. Рәсәй мосолмандары диниә назаратының баш мөфтийе Тәлғәт Таджетдин да сығышында донъяла барған ығы-зығыларҙы иҫкә алып, бар мосолмандарҙы тыныс тормошҡа ынтылырға өндәне. Был йәһәттән, күп милләтле Рәсәйҙәге милләт-ара татыулыҡты өлгө итеп ҡуйҙы.Мәсет эсенә инә алмаған бик күп мосолмандарҙы урамға урынлаштырҙылар.Ҡорбан байрамы, тағы ла уны Ид Аль Адха тип тә йөрөтәләр, мәсет намаҙынан башланды. Башҡортостандың меңәрләгән мосолманы Ләлә мәсетенең эсендә, һыймағандары уның урамында бер нисә сәғәт дауамында аяҡ үрә баҫып сүрәләр, нәсихәт һәм ҡотлау һүҙҙәрен тыңланы.Артабан бөтә теләктәрҙе һәм ниәттәрҙе нығытып, доға ҡылынды.Ибраһим пәйғәмбәрҙең Аллаға тоғролоғон иҫбат иткән көнө – ошо изге байрамға башланғыс биргән. Хәҙер иһә мосолмандар был йоланы Алланан яҡлау алыу өсөн башҡара. Оло быуын кешеләре тыныс тормош теләп доғаларын уҡый.Төрлө милләт кешеләрен бөгөн изге бер байрам — Ҡорбан ғәйете берләштерҙе.Меңәрләгән йөрәк берәү булып типкәндә, һәр мосолман ғаиләһенә, яҡын кешеләренә һәм бар донъяға именлек, тыныслыҡ, сафлыҡ теләне.