Башҡаланың Ихлас мәсетендә йыйылған мосолмандар ғәҙәттәгесә доға ҡылып, теләктәр әйтеп, изге ниәт ҡылып ҡорбан салдырҙы һәм ҡәрҙәштәрен һыйланы. Был ғибәҙәтханала Ҡорбан ғәйете алдынан Иран биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм каллиграфияһы күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Үҙенсәлекле әйберҙәр, дини зауыҡ менән башҡарылған сит ил сәнғәт өлгөгәре менән республика башлығы Рөстәм Хәмитов, дәүләт-конфессиялар ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет рәйесе Вячеслав Пятков, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллин да танышты. Күргәҙмә ҡунаҡтарына дини китаптар, үҙенсәлекле ҡумталар, доғалыҡтар, намаҙлыҡтар тәҡдим ителә. Республика башлығы байрам ғәйетенә йыйылған мөхтәрәм халыҡҡа ҡотлау һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
Ихлас мәсетендә иран сәнғәте күргәҙмәһе асылды
Тулыраҡ: Ихлас мәсетендә иран сәнғәте күргәҙмәһе асылды