Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мысыр Франциянан Мистраль караптарын һатып аласаҡ. Рәсәй өсөн 950 миллион евроға төҙөлгән вертолеттар йөрөтөүсе был карап тирәләй бәхәстәр күп булды. Ахыр сиктә Франция контракт сиктәрендә алынған аҡсаларҙы беҙҙең илгә кире бирергә булды.

2 миллион самаһы кеше мосолмандарҙың ихге урындарына хаж ҡыла. Мәккә һәм Мәҙинәлә эҫелек 45 градустан артып китә. Хажиҙар ҡулсатырҙар аҫтына йәшенергә мәжбүр.

Европа мигранттар менән тулған. Был иһә Рәсәйгә мәсьәләне дипломатик юл менән хәл итеүҙә яңы мөмкинлектәр аса. Рәсәй шулай уҡ төбәктәге көслө союзник-Ирандың ярҙамына ла өмөт итә ала. Башар Асад законлы президент, Сүриә мәсьәләһен хәл итеүҙә ул турана-тура ҡатнашырға теейш тигән был илдең сит ил эштәре министры.