Урындағы үҙидаралыҡтар ҡорға йыйылды

Тулыраҡ: Урындағы үҙидаралыҡтар ҡорға йыйылды

Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы берләшмәһе Рәсәйҙең урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү милли ассоциацияһы составына инә. Был ҡарар берләшмәнең сираттан тыш съезында ҡабул ителде. Милли ассоциация Президенттың май Указдарынада билдәләнгән Милли проекттарҙы боойомға ашырыуға халыҡты һәм уның менән урында тығыҙ бәйләнеш тотҡан үҙидаралыҡ вәкилдәрен йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда 800-ҙән ашыу муниципаль берәмек иҫәпләнә. Уларҙың һәр дүртенсеһендә быйыл сентябрҙәге һайлауҙа халыҡ ышанысын алған яңы башлыҡ идара итә. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уҙидаралыҡ фермерҙар, урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ даирәһе вәкилдәренең уңышлы эшмәкәрлегенә таяна.