Радмир Сәғиҙуллин эске эштәр органдарында ун йылдан ашыу яҡын хеҙмәт итә. Күптән көтөлгән, яңы, заманса талаптарға яуап биргән автомобиль алыу бәхетен күптән көттөк, ти егет.
Һөнәри байрам уңайынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы өр-яңы 40 автомобиль асҡыстарын алды. Техника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған
Был машиналар полиция хеҙмәткәрҙәренең эшен тағы ла һөҙөмтәлерәк итер, тигән ышаныс белдерә баш автоинспектор Динар Ғилметдинов.
Алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙең бер төркөмө байрам уңайынан ойошторолған тантанала юғары наградалар тапшырылды. Өфөлә патруль пост хеҙмәтендә эшләүсе Айҙар Ғәниев полиция алдынғыһы, тигән юғары исемгә лайыҡ булды.
Полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тәбрикләне.
2019-сы йылда ғына республикала 24 меңдән ашыу енәйәт асыҡланған, шуларҙың 4 меңе ауыр һәм үтә лә ауыр енәйәттәр.