Башҡортостан менән Чехия араһында сауҙа милли валюталарҙа башҡарылыуы ихтимал

Тулыраҡ: Башҡортостан менән Чехия араһында сауҙа милли валюталарҙа башҡарылыуы ихтимал

Башҡортостан менән Чехия араһында тышҡы тауар әйләнешен 2024 йылға ун тапҡыр арттырырға һәм ике арала сауҙаны крона менән һумдарҙа алып барырға. Республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән Чехия Республикаһы илсеһе Витезслав Пивонька етәкселегендәге делегация менән осрашыуҙа ошо маҡсаттар тураһында һүҙ барҙы. Сит ил делегацияһы Башҡортостанда өс көнлөк эш сәфәре менән килеүен төбәккә чех эшҡыуарҙары иғтибарының артыуы менән аңлата. Витезслав Пивонька Радий Хәбиров менән 2019 йылдың мартында осрашҡайны. Был юлы Европа эшҡыуарҙары цифра технологиялары менән ҡала торлаҡ-коммуналь хужалығынан алып тоҡомло мал үрсетеү менән театр-күргәҙмә фестивалдәре ойоштороуға тиклем киң төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген күрһәтте.

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Чехия 9 миллион ярым доллар күләме менән 34 урынды биләй. Экспорт-импорт өлөшөндә химия һәм машиналар төҙөү тармағы тауарҙары өҫтөлөк итә. Тауар әйләнешен шундай кәм булыуы беҙҙең эшләп еткермәү һөҙөмтәһе, уны ун тапҡыр арттырып 2024 йылға 90 миллион долларға еткерергә тәҡдим итәм, тине Андрей Назаров. Башҡортостан сит ил эшҡыуарҙары һәм инвесторҙары өсөн асыҡ, Чехия партнерҙары менән беҙ сәнәғәт, туризм һәм транспорт тармаҡтарында хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Осрашыуҙа Башҡортостан менән Чехия араһында даими бәйләнеш тотоусы хөкүмәт-ара комиссияһы дәрәжәһендәге эш төркөмөн буддырырға ҡарар ителде. Ул тышҡы иҡтисад, шул иҫәптән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” проекты буйынса мәсьәләләрҙе оператив хәл итәсәк. Витезслав Пивонька сауҙала һум һәм кронаны файҙаланыу тәҡдимен ыңғай баһаланы. Тик был мәсьәлә Чехия Республикаһының финанстар министрлығында хәл ителерге тейеш„ тип белдерҙе. Бөгөн Башҡортостанда Чехия менән бәйле биш предприятие бар. Улар төҙөлөш, пассажирҙар йөрөтөү, затлы металл рудаһы менән онтағын табыу, компьютер һәм уның йыһаздарын күмәртәләп һатыу һәм программа тәьминәте өлкәһендә эшләй.