60 һәм 100 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамын алыуға 80 меңдән ашыу кеше дәғүә итә. Был турала Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Масленниковтар бер нисә йыл элек Өфөнән Иглингә күсеп килә. Ғаилә финанс мөмкинлектәренә ҡарап газ үткәрелмәгән йорт һатып ала. Ҡышын уны йылытыу өсөн ғаилә башлығы ярты эш хаҡын түләргә мәжбүр. Күп балалы ғаилә бөгөн газ үткәреүҙә ярҙам программаһында ҡатнашыу өсөн документтарын барлай. Ғаризалар ҡабул итеү был аҙнала башланды. Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу өсөн сертификат биреү башланғысын Республика башлығы Радий Хәбиров хуплап ошо көндәрҙә махсус ҡарар сығарғайны. Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, ул 4 йыл дауам итәсәк. Ошо маҡсатҡа 664 миллион һум аҡса бүленгән. 60 һәм 100 мең һумлыҡ сертификат алыуға хоҡуғы булғандар 5 категория: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә яраланғандар, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалылар. Был аҙнала Оператив кәңәшмәне алып барған беренсе вице премьер Андрей Назаров дәүләт ярҙамын кемдәр алырға хоҡуҡлы, ниндәй документтар йыйырға кәрәклеген ентеклеәп аңлатыу кәрәклеген билдәләне. Ентекләп аңлар һәм аңлатыр тағы бер мәсьәлә – табипҡа яҙылыу менән бәйле. Был тәңгәлдәге бөтмәҫ реформалар арҡаһында дауахана тупһаһын йыш тапамағандар әле булһа поликлиникаға тура шылтырата.
Ә берҙәм телефон барлығын күптәр бөтөнләй ҙә белмәй. Быйыл федераль адреслы инвестиция программаһы буйынса Башҡортостандан ни бары 1 объект ҡына финанслау алған. Башҡа программалар буйынса тапшырылған 119 ғариза республикаға 25 миллиард ярым һум аҡса ҡайтарған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе, илдә 8-се баҫҡыста. Хәҙер йыл аҙағына тиклем был суммаларҙы файҙаланып ҡалыу бурыс. Юғиһә, ул кире ҡайтарылырға тейеш. Хәҙер киләһе йылға федераль программаларҙа ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана тиелде ултырышта. Башҡортостан 2020-лә Рәсәй ҡаҙнаһынан 36 миллиард һум аҡса ҡайтырап алырға иҫәп тота. Был аҡсаларҙың күп өлөшө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Ә Башҡортостан бюджетын килгәндә, төп финанс документ бөгөндән Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың профилле комитеттарында тикшереүгә сығарыла. 19 ноябрҙә ҡаҙна торошона бәйле тәҡдим фекерҙәрен теләгән һәр кемгә еткереү мөмкинлеге бар. Был көндө Йәмәғәт тыңлауҙары ойошторола. 22 миллиард профицит менән планлаштырылған бюджетҡа тәҡдим итәһе һәм индерәһе үҙгәрештәр байтаҡ. Мәҫәлән Республика Башлығының сентябрь күрһәтмәләре әле булһа финанс яҡтан нығытылмаған. Йыл башында федераль ҡаҙнанан киләсәк аҡсаларҙы иҫәпкә алып үҙгәрештәр индереләсәк тине финанс тармаҡ өсөн яуаплы чиновниктар.