Рәсәй менән бергә Башҡортостан да киләһе йылдың иң мөһим кампанияһы – халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнә. Был карта ябай ҡағыҙ киҫәге генә түгел. Тап ул Өфө янындағы иң ҙур ҡасабаларың береһе булған Шамонино ауылының нисек төҙөлөшөн яҙып, артабанғы үҫешен билдәләй. Улай ғына түгел, был карта халыҡ иҫәбен алыуҙа төп ярҙамсыл ысул буласаҡ. Өс меңдән ашыу кеше йәшәгән Шамонино ауылында бөгөн балалар өсөн ике баҡса бар. Бер мәктәп, фельдшер акушерлыҡ пункты, янғын һүндереү бүлексәһендә урындағы халыҡ та эш урынын тапҡан. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән Өфөгә яҡын булһа ла, ата-әсәйҙәр асылына. Балаларына ҡушҡан иесдәр генә лә ошоға дәлил. Ғилфановтарҙың өс улы ла тап ошондай шөғөлләнә. Ҡайһы бер мәлдә һыу менән мәсьәләләр килеп сыҡһа ла, ғаилә башлығы төпләнгән урындарына ризаһыҙлыҡ белдермәй.
Рәсәйҙең социаль сәйәсәте өсөн нигеҙ буласаҡ халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы ла Шамонинола йәшәүселәр ыңғай ҡарашта. Дүрт миллиондан ашыу халҡы булған Башҡортостан өсөн алдағы кампания иҫәп-хисап ҡына түгел, ә көтөлгән социаль сәйәсәт нигеҙенә әйләнәсәк. Граждандарҙың мәшғүллеге менән бергә, уларҙың йәше, белеме һәм башҡа критерийҙар. Былар барыһы ла айырым иғтибарға алына. Шамонино ауылы әлегә һәүетемсә, үҙ тормошо менән йәшәй. Өфөнән эштән ҡайтыусылар балалар баҡсаларына йөрөгән сабыйҙарын алып ҡайта, кемдер кибеткә юллана, буласаҡ мәсет менән танышыусылар ҙа байтаҡ. Уларҙың барыһы ла әлегә, халыҡ иҫәбен алыуҙа төп роль уйнаясағын көтмәй. Шамонино ауылы халыҡ иҫәбен алыуҙа икенсегә ҡатнаша. Ә һандарҙың тағы ла артыуы бар. Шамонино ҙурая, халыҡ та күбәйә.