Нарьян Марҙа балалар баҡсаһында булған фажиғәнән һуң Өфөлә именлек саралары көсәйтелеүе тураһында хәбәр ителде. Әммә ысынбарлыҡта, башҡалала балалар баҡсаларына теләгән һәр кем тиерлек үтә алыуы асыҡланды. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкиле Совет районында урынлашҡан тәүге балалар баҡсаһына бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үтә алды. Ул бина эсенә инеп иркенләп йөрөп кенә ҡалманы, хатта кескәйҙәр төркөмөнә тиклем үтте. Йәш егеткә иғтибар итеүсе лә булманы. Асыҡ торған ҡапҡаны ла тиҙҙән рәткә килтерергә һүҙ бирҙе мөдир.Икенсе балалар баҡсаһына ла үтеп инеү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы.
Бының өсөн бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкиленә, үҙен баланың ағаһы, тип танытыу ҙа етте.Балалар баҡсаһында беҙҙе өлкән тәрбиәсе ҡаршы алды. Халыҡ фронты вәкиленең бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үтә алыуы уны шаҡ ҡатырҙы.Бер ҡараһаң, бина барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарына ла яуап бирә, ҡапҡала саҡыртыусы төймә, видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған, эске яҡтан да кем килгәнен күрергә мөмкин. Әммә был талаптар ғына бина эсенә эләгергә теләүсегә кәртә түгел. Теләгең булһа, килгән ата-әсәләргә эйәреп тә инергә мөмкин.
Бындай осраҡта инде, хеҙмәткәрҙәргә генә түгел, ә ситтәргә ишекте асып индергән ата-әсәләргә лә абай булырға кәрәк. Тыштан ҙур, яңы, заманса талаптарға яуап биргән балалар баҡсаһын да урап үтмәҫкә булдыҡ.Бында балалар баҡсаһының ихатаһына эләгеү сағыштырмаса еңел, сөнки ҡапҡаны теләгән һәр кем асып инә ала. Ә бына бинаның эсенә инер өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең һорауҙарына тулыһынса яуап бирергә тура килде. Балалар баҡсаһында 500-гә яҡын кескәй малай-ҡыҙҙар тәрбиәләнә. Бында сабыйҙарын йөрөткән һәр ата-әсәнең электрон асҡысы бар, шуға ла теләһә кем бинаға инә алмай, тип аңлата мөдир.
Альбина Ихсанова – балалар баҡсаһы мөдире/ беҙҙең махсус кнопка бар, ата-әсәләрҙең карталары.... тиҙ генә килеп любой кеше баланы алып китә алмай. Видеокүҙәтеү, электрон асҡыстарҙан башҡа, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәъмин итеү өсөн кеше факторы булырға тейеш, тигән фекерҙә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре. Тикшереп үткән балалар баҡсалары араһында, ҡалғандарға өлгө булырлыҡтары ла бар. Рейд һөҙөмтәләре менән йәмәғәтселәр Өфө ҡалаһы хакимиәтен таныштырырға уйлай.