Сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына кандидаттар һайлау башланды

Тулыраҡ: Сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына кандидаттар һайлау башланды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сик буйы һағы органдарына кадрҙар туплау йәһәтенән Рәсәйҙең сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына кандидаттар һайлай. Егеттәр республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәрен тамамлаусылар араһынан ҡабул ителә. Артабан хәрби хеҙмәтте ФСБ-ның сик һағы органдарында контрак буйынса үтәсәктәр. Уҡыу йортона сәләмәтлеге яҡшы булған, 22 йәшкә тиклемге егеттәр саҡырыла. Юғары белем алыу өсөн – 5, урта һөнәри белем алыу өсөн – 2-3 йыл, көндөҙгө бүлектә уҡытыу ҡарала. Белем алыу бушлай, йәшәү өсөн дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Теләүселәргә Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына мөрәжәғәт итергә. Өфө ҡалаһы, Крупская урамы, 19- сы йорт, т. 229-07-84.Ғаризалар 2020 йылдың 1-се ғинуарына тиклем ҡабул ителә.