Ошо арауыҡ эсендә күпселек район-ауылдарҙа махсус майҙансыҡтар булдырылды, контейнерҙар ҡуйылды. Ә Өфөнөң ҡайһы бер райондары сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса пилот проектында ҡатнаша. Өфөнөң 150-се балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйырға өйрәтәләр. Бында экологик дәрестәр, тематик уйындар даими уҙғарыла. Балаларға бәләкәй сағынан аңлатыу мөһим. Шул саҡта ғәҙәткә инә һәм өлкәнәйгәс тә улар көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып барасаҡ, ти тәрбиәселәр. Ә иң мөһиме кешеләр йәшәгән урынын тәртиптә тоторға тейеш. Өфө мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттары янында ла махсус контейнерҙар урынлаштырылған. Мәҫәлән, төрлө акцияларҙа ҡатнашҡан 3-сө гимназия һәм БДУ ятаҡтары эргәһендә. Барлығы Өфө ҡалаһы һәм районында көнүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн 81 ошондай майҙансыҡ булдырылған. Уларҙы әлегә өс йөк машинаһы хеҙмәтләндерә. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә махсус контейнерҙар майҙансығы 100-гә етәсәк.
Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте
Тулыраҡ: Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте