Бөгөн күпселек райондарҙа ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Кесаҙнала төндәрен урыны менән 12 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ 3 градус һалҡындан 2 градусҡаса йылы була. Тотороҡһоҙ һауа торошо сәбәпле юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Синоптиктар билдәләүенсә Башҡортостандың 70 процентында әле һаман ҡар ятмаған. Климатик срок буйынса 7-10 ноябргә ерҙе аҡ ҡапларға тейеш булған.
Әйткәндәй, таулы райондарҙа епшек ҡар яуып юлдарҙа автомобиль хәрәкәте ҡатмарлашҡан. Белорет – Әүжән юлын ҡар менән бергә йығылған ағастар ҙа ҡамаған. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен шаһиттар видеоға төшөрөп алған. Юл хеҙмәттәре ағасты ҡырҡҡан арала эшсенең өҫтөнә ҡарағай ауа яҙа. Ағастар епшек ҡар ауырлығынан йығыла ти белгестәр.