Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы тәҡдим иткән тотҡарлыҡһыҙ Һәм хәүефһеҙ юл хәрәкәте тәртибе Хөкүмәт ултырышында раҫланды. “Буран” планы юлдағыларҙың именлеген тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта юл хәрәкәтен сикләү генә түгел, бөтөнләй туҡтатыу ихтимал.
Был ваҡытта юлдағылар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, автомобилдәрҙе заправкалау, водителдәргә йылыныу һәм туҡланыу урындарын йыһазландырыу ҡарала. “Буран” операцияһын республика ла, муниципалитет күләмендә лә иғлан итеү мөмкинлеге буласаҡ. Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров билдәләүенсә, кешеләргә ғәҙәттән тыш хәл тураһында ғына түгел, ә бәхетһеҙлеккә тарығанда ҡотҡарыу сараларын да аңлатма бирергә кәрәк.
Беренсе вице-премьер финанстар һәм ауыл хужалығы министрлыҡтарына малсылыҡ тармағын субсидиялау күләмен икеләтә арттырыу сараһын күрергә ҡушты. Республиканың ауыл хужалығын үҫтереү программаһына ярашлы 2020 йылға 410 мең тонна һыйыр һәм ҡош ите әҙерләү ҡаралған. Ит етештереү тармағын тотороҡло үҫтерер өсөн мал фермаларын ҡайтанан ҡороу, яңыртыу һәм капиталь төҙөкләндереү талап ителә. Әле Башҡортостан һыйыр итен әҙерләү һәм эре мал башы иҫәбе буйынса илдә беренсе-икенсе урындарҙы биләй. Шул уҡ ваҡытта мал һимертеүсе заманса технологик комплекстар етмәй.
Субсидиялау программаһы иһә фидлоттарҙы арттырыу мөмкинлеген аса. Сығымдарҙың 50 процентын компенсациялау төбәктең ит етештереү тармағына инвесторҙарҙы йәлеп итәсәк. Хөкүмәт ултырышында шулай уҡ “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ауыл һәм кесе ҡала мәктәптәрендә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү шарттарын булдырыу мәсьәләһе тикшерелде. Киләһе өс йылда федераль һәм республика бюджеты аҡсаһына 43 спорт залын төҙөкләндереп, махсус йыһаздар менән тәьмин итеү һәм 10 мәктәптә спорт клубын булдырыу көтөлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге 30-сы һанлы һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн мәктәп-интернат педагогтары беҙҙең канал аша ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Сәләмәтлек буйынса мөмкинлеге сикле балаларға физик күнекмәләр кәрәк. Махсус ҡорамалдар ҙа һатып алынған. Тик учреждениеның спорт залы юҡ. Шулай уҡ урамдағы спорт майҙансығы менән дә ҡатмарлыҡтар бар. Заманса махсус түшәм булмағанлыҡтан былтыр ишетмәгән балалар араһында футбол буйынса республика ярыштарын да ҡабул итә алмағандар. Еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәр өсөн дә шарттар юҡ.