Юл һәм транспорт өсөн бүленгән аҡсаларҙың яртыһы ғына үҙләштергән

Тулыраҡ: Юл һәм транспорт өсөн бүленгән аҡсаларҙың яртыһы ғына үҙләштергән

Район һәм ҡалаларға суммаларҙы йыл аҙағына тиклем үҙләштереү бурысы ҡуйылды. Был турала Республика хөкүмәтендә Беренсе Вице-Премьер Андрей Назаров рәйеслегендә үткән төҙөлөш һәм транспорт сәғәтендә әйтелде. 2019 йылға Башҡортостандың Юл фонды 24 миллиард ярым һум күләмендә раҫланған. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 28 процентҡа күберәк. Шуларҙың 5 миллиард 218 миллионы федераль бюджеттан йәлеп ителгән. Аҡсаның барыһы ла тиерлек ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау өсөн объекттарға бүленгән. 1 ноябргә алынған мәғлүмәттәр буйынса, дөйөм сумманың 12 миллиард һумдан ашыуырағы ғына үҙләштерелгән.