Вандалдар Өфөләге “Ватан” этнопаркына 3 миллион һумлыҡ зыян килтергән

Тулыраҡ: Вандалдар Өфөләге “Ватан” этнопаркына 3 миллион һумлыҡ зыян килтергән

Автомобилдәрҙә биләмәгә инеп дрифт ойоштороусылар был сумманы түләргә бурыслы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 ноябрҙән 4-нә ҡарай төндә бер нисә водитель амфитеатрҙы бикләгән йоҙаҡты боҙоп ингәйне. Улар машиналарында тамаша ойоштороп биләмәгә ярайһы ғына зыян килтерә. Вандалдарҙы видеокамера аша тапҡандар, эш хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған. Баш ҡала хакимиәте суд аша зыян күләмен ҡайтарып алырға иҫәп тота.