Эргәлә йәшәгән батырҙар кем, уларҙың ҡаһарманлығы тураһында нимәләр мәғлүм һәм был иҫтәлекте мәңгеләштереү кем ихтыярында. Республика мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары “Эргәләге батырҙар тураһында инша” яҙырға әҙерләнә. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын нығытыу бурысын ҡуйған конкурс Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына арнала.
Был ваҡиғаларҙы оноторлоҡ түгел. Ил тарихындағы ҡанлы биттәрҙе йәш быуын да күҙ алдына килтерергә, ул афәтте еңеүҙә ғүмерен аямаған яҡташтарын белергә тейеш. Иншалар конкурсы сирек быуат элек ҡыҙған ваҡиғалар, илгә донъя терроризмы янаған мәлдә батырлыҡ күрһәткән ватандаштар хәтеренә арнала.
Беренсе һәм икенсе чечен һуғышы геройҙарын иншала данлау тәҡдимен ойоштороусылар республика мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларына тәҡдим итә. Быйыл беренсегә үтәсәк конкурс шарттары буйынса әҙәби әҫәрҙе хикәйәт, эссе, интервью, шиғыр формаһында яҙырға мөмкин. Эргәләге батыр тураһында мәғлүмәтте уҡыусылар урындағы үҙидаралыҡ органдарынан, халыҡты социаль яҡлау бүлектәренән, ветеран советтарынан йәиһә бына ошондай музейҙарҙан алала. Өфөләге һалдат даны һәм әсә хәтере музейында инша яҙыусыларға ярҙамға махсус экскурсиялар ойошторола.
Газета мәҡәләләре, иҫке фоторәсемдәр, хаттар. Музей экспонаттары менән хәҙер интерактив тәртиптә лә танышырға була. Бындай экскурсияла иһә батырҙар менән күҙгә-күҙ аралашыу мөмкинлеген бар. Төнъяҡ Кавказдағы алыштар хаҡындағы ауыр хәтирәләрен ветерандар ил тарихындағы ялған мәғлүмәттәрҙе иҫкәртер өсөн уртаҡлаша. Үҫмерҙәр хәҡиҡәтте тәү сығанаҡтан алһын һәм эргәләге батырҙар иҫтәлегенә тап төшөрмәһен өсөн.
Инша бәйгеһенең тәүге өлөшө республика мәктәптәрендә беренсе ноябрҙән старт алды. Акцияла 50 меңдән ашыу уҡыусының ҡатнашыуы көтөлә. Еңеүселәр тәүҙә муниципаль һәм республика кимәлендә билдәләнәск. Иң тәрән йөкмәткеле инша авторы киләһе йылдың ғинуарында асыҡланасаҡ.