Өфөнөң күп йүнәлешле колледжына - 80

Тулыраҡ: Өфөнөң күп йүнәлешле колледжына - 80

Республиканың мәғариф тармағындағы иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе һәм уның маҡсататры менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Өфөнөң киң профилле колледжында белем алған Риф Рыҫҡолов башҡа студенттар кеүек үк спортҡа ла ылыға, төп һөнәрен дә үҙләштерә. Дүртенсе курста белем алған егет киләсәктә футбол тренеры буласаҡ. Балалар менән эшләйәсәк егет, сәнғәт, башлыса йыр менән мауыға.

Рәсәйҙәге иң популяр 50 һөнәр буйынса белем биргән уҡыу йорто үҙенең 80 йыллығын яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Мең ете йөҙ студентҡа белем биргән 96 педогогтың бөгөн ун бише фән кандидаты исемен йөрөтә. Улай ғына ла түгел. Колледж тотош Башҡортостан өсөн белгестәр әҙерләй.

Яуланған үрҙәр менән яңы маҡсаттар. Киң профилле колледж хәҙер белем биреүҙә замананың иң һуңғы алымдарын ҡулланасаҡ. Бының үҙ сәбәптәре лә бар. Көнәркәшлек осоронда эш биреүселәр һәр хеҙмәткәрҙең һәләтен айырым баһалай. Шуға ла студенттар эшһеҙ ҡалмаһын өсөн, йәштәрҙең белем базаһы ныҡлы,ә ҡулдыра оҫта булырға тейеш.

Үҙенең 80 йыллығын билдәләгән колледж юбилей сараһын Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында уҙғарҙы. Әлбиттә, был осрашыу ябай ғына тамаша, йә иһә тантана түгел. Байрам кисәһе өлкәндәр һәм йәштәр араһындағы күсәгилешлек билдәһе. Башҡортостандың профессиональ башланғыс белем биреүсе тәүге уҡыу йорттарының береһе тип иҫәпләнгән колледж хәҙер университет һәм академиялар өсөн дә тәжрибә майҙансығы. Студенттар, мәҫәлән, юғары уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итә. Иң мөһиме, ҡасандыр училище булып һаналдған колледж мәғариф даръяһында үҙ юлын таба алған.