Ошо исем аҫтында Рәсәй ҡалалары буйлап хәйриә проекты ойошторолоп килә. Өфө лә был саранан ситтә ҡалманы. 25 ноябрҙә “Торатау” конгресс-холлында “Безымянная звезда” тип аталған мюзикл ҡуйыла. Билет һатыуҙан йыйылған аҡсалар һәләтле балаларға ярҙамға йүнәлтеләсәк. Проекттың тағы ла бер үҙенсәлеге шунда – актерҙар урынында ҡаланың төрлө ойошма етәкселәре, банкирҙар, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре.
Александр Сенкиндың һәр иртәһе хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшмәнән башлана. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте етәксеһе булараҡ уға көн һайын етди мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә. Шулай ҙа, үҙенең тығыҙ эш графигында ул ижадҡа ла ваҡыт таба.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак та хеҙмәткәрҙәренә иртә менән эш ҡуша ла, репетицияға ашыға. Ул һәм Өфөнөң башҡа ойошмалар етәкселәре үҙҙәрен актер ролендә һынап ҡарай.
Эшҡыуарҙар, етәкселәр, банкирҙар һәм йәмғәт эшмәкәрҙәре – йәмғеһе егермеләгән кеше “Билдәле шәхестәр балаларға” тип аталған федераль проектта ҡатнаша. Уның маҡсаты хәйриә спектакле ҡуйып, һәләтле балаларға ярҙам итеү. Өфөлә был проект бер-нисә йыл рәттән ойошторола. Был юлы артистар өсөн ҡатмарлы, әммә тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ мюзикл жанры һайланған.
Мюзикл йыр-бейеүҙәр менән үрелеп бара. Быға тиклем һәүәҫкәр артистар вокал һәм хореография буйынса төркөмдәргә бүленеп айырым майҙансыҡтарҙа репетициялар үткәрһә, әле тәүге тапҡыр бергә йыйылып сәхнәгә сыҡты. Мәҫәлән, Александр Мальцев Өфөлә ҡуйыласаҡ “Безымянная звезда” мюзиклына текстты һәм музыканы ла үҙе яҙған. Репетицилар мәлендә лә ул һәр ваҡыт артистар менән бергә сәхнәлә. Ысынлап та, мюзиклда ҡатнашыусыларҙың барыһының да йөҙҙәрендә йылмайыу балҡыу, тәнәфестәрҙә лә күтәренке кәйефтә йәнле аралашыу бара. Ошо рәүешле улар араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә, “Билдәле шәхестәр балаларға” тип аталған федераль проектта ҡайһы берәүҙәр тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай.
“Безымянная звезда” хәйриә мюзиклы 25 ноябрҙә “Торатау” конгресс-холлында үтәсәк. Спектаклдән һуң артистар образдарынан сыҡмайынса, тамашасы залында ултырған һәләтле балаларға бүләктәр тапшырасаҡ. Мюзиклда бер кешенең тәүлек эсендә күптәрҙең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеүе тураһында изге тарих һүрәтләнгән кеүек, был хәйриә проекты ла балаларҙы дәртләндереп, яңы үрҙәргә этәрер, тигән өмөттә, ойотороусылар.