ӨМЭБ мәҙәниәт һарайында хеҙмәт династияларын хөрмәтләү тантанаһы үтте

Тулыраҡ: ӨМЭБ мәҙәниәт һарайында хеҙмәт династияларын хөрмәтләү тантанаһы үтте

Тармаҡтың профсоюз ойошмаһы был сараны машина төҙөүселәрҙең һөнәри байрамы уңайынан ойошторҙо. Быйыл 90 йыллыҡ юбилейын билдәләгән предприятие хеҙмәт династиялары байрамын тәүге тапҡыр 1979-сы йылда билдәләгән. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә 100-ҙән ашыу хеҙмәт династияһы иҫәпләнә. Улар араһында Ивановтарҙың ғына ғаилә стажы 609 йыл. Династияға нигеҙ һалыусы Борис Кириллович бында 1943-сө йылда эш башлаған.Әле заводта Ивановтар династияһын 4-5-6-сы быуын вәкилдәренән 5 кеше дауам итә, йәнә икәү авиация техник университетында һөнәр үҙләштереп бында зшкә урынлашырға йыйына. Моторҙар эшләү берекмәһендә ярты быуатҡа яҡын хеҙмәт иткән Зоя Балакирева Ивановтар һәм Чуровтар династияһы вәкиле. Ул предприятиеның иң яуаплы нөктәһендә эшләй. Техник контроль бюроһы заводта тәртипте лә, хеҙмәт ҡағиҙәләре үтәлешен дә, ҡоролмалар торошон да, етештерелгән әйберҙәр сифатын да тикшерә.Заводҡа 2012-се йылда килгән Юлия Строчко ла ғаилә һөнәре сылбырын дауам итә. Кадрҙар бүлеге белгесе булараҡ уның династия селтәрен ентекләп өйрәнеү мөмкинлеге бар. Моторҙар эшләү берекмәһе предприятиеның данлы тарихында хеҙмәт династияларының әһәмиәтен юғары баһалай. Тормошон машиналар эшләү тармағы менән бәйләргә ниәтләгән һәр йәш кеше иғтибарлыҡ менән яуаплылыҡ тойғоһон барыһынан да өҫтөн ҡуйырға тейеш. Ил өсөн иң мөһим тауар өлгөләре етештереүсе тармаҡты эшсе кадрҙар менән Өфө машиналар төҙөү техникумы тәьмин итә. Унда белем үҙләштереүсе Николай Гаргай ҙа оҙаҡламай диплом аласаҡ.Машинаналар эшләү тармағының артабанғы үҫеше яуаплы хеҙмәткәрҙәргә өмөтлө алмаш килеүенә бәйле. Һуғыш йылдарында станок артына баҫҡан үҫмерҙәр менән сағыштырғанда хәҙерге йәштәр заманса йыһазландырылған ҡоролмалаҙа эшләй, лайыҡлы эш хаҡы ала. Һөнәрҙең абруйы ла арта. Машиналар төҙөүселәр иһә республиканың ғына түгел, тотош илдең иҡтисади торошон нығытыуға тос өлөшөн индерә.